Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте

Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үтте. Туғанлыҡты, тамырҙарҙы нығытҡан, мәҙәни мираҫты һаҡлаған халыҡсан осрашыу илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙе йыйҙы. Беҙҙең киләһе сюжетта.

Йүгереү, арҡан тартыу, бағанаға үрмәләү кеүек күңелле уйындарҙа олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Улар өсөн еңеү сәме түгел, ә осрашып күрешеү, хәтирәләргә бирелеү, киләсәккә ҡараш ташлау мөһимерәк ине.

Ауылдаштар байрамын уҙғарыу йолаларға тоғро ҡалыу, ҡәрҙәшлекте һаҡлау сараһы ла булып тора. Тап ошондай аралашыу Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләй, изге эштәр башҡарырға өндәй.

Һарайҫа ауылының тарихы бай. 17-се быуатта нигеҙ һалынған. Әле уда 230-ҙан ашыу кеше йәшәй. Улар төйәк үҙенсәлеген һәм мәҙәниәтен һаҡлап донъя көтә.

Байрамда ауыл уңғандары, хеҙмәт, йәмәғәт алдынғылары Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә дәртле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барған байрам киске эңергәсә дауам итте. Ҡатнашыусы һәр кем тыуған төйәгенән көс, илһам алып таралышты.

Айзилә Буранова