Радий Хәбиров хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм яугирҙарға ярҙам мәсьәләләрен күтәрҙе

Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, студенттар төҙөлөш отрядтарының эшен камиллаштырыу. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа мөһим темалар ҡаралды. Аҙна дауамындағы эш йүнәлештәре билдәләнде. Төп бурыстар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Хеҙмәткәрҙәр һанын, эш ваҡытын арттырмайынса ғына юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин. Бының өсөн идара системаһын үҙгәртеп ҡороу, заманса технологияларҙы файҙаланыу мөһим. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектының төп маҡсаты һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә ҡайтып ҡала. Стратегик документ 6 йыл дауамында тормошҡа ашырыла, Башҡортостандан унда 206 предприятие ҡатнашып эш алымдарын камиллаштырған. Ыңғай үҙгереш күҙәтелә. тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарның мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһе һәм башҡа ярҙам саралары ла ҡаралды. Республикала әле алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү буйынса 50-нән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан шифаханаларында 7 меңдән ашыу кеше һаулығын нығытҡан, шулай уҡ реабилитация, эшкә урынлаштырыу бара. Төбәктә махсус хәрби операция ветерандары 2 меңдән күберәк.

Республикала студенттар төҙөлөш отрядының эшмәкәрлеге лә камиллаштырыла. Әле 5 мең 600 студент төрлө ойошма-предприятиеларҙа эшләй, йәйге ялын файҙалы итеп уҙғара. Йәштәр әйтеүенсә, был Республика етәкселегенең иғтибары һөҙөмтәһе. быйыл Башҡортостанда студенттар отряды буйынса ведомство-ара координация советы ойошторолған.

Башҡортостан башлығы муниципаль берәмек етәкселәренә баҡсасыларға үҙ продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырырға ҡушты. Ҡәнәғәтһеҙлек көндәлек тормоштағы ошондай ваҡ проблемаларҙан башлана, тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә традиция буйынса бүләкләү тантанаһы ла үтте. Башҡортостандың Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевҡа Ҡырымдың юбилей миҙалын тапшырҙы. Хәйҙәр Арыҫлан улына 10 йыл элек ярымутрау Рәсәйгә ҡушылған мәлдә, тарихи референдумда ҡатнашырға тура килә.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ был аҙнаға эш планы, төп бурыстар ҙа билдәләнде.

Рәмзиә Кәримова