Өфө Рәсәй мунсаһы баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә

Өфө Рәсәй мунсаһы баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Рәхәттә» халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале менән танышҡандан һуң белдерҙе. «Ҡашҡаҙан» паркындағы сара быйыл дүртенсегә ойошторолдо.

Андрей Назаров төбәк шифаханаларының ҡаҙаныштары, оҫта-һөнәрселәрҙең эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Ул шулай уҡ илдең төрлө төбәктәренән килеүселәрҙең экспозицияларын ҡараны. Фестиваль барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждары өсөн мобиль мунса блогын тапшырыу тантанаһы үтте.