Йыл һайын 27 июлдә Донбаста һуғыш ҡорбандары булған балаларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. 2022 йылдан алып был көн хәрби хәрәкәттәр һәм украина ҡораллы көстәренең утҡа тотоуы һөҙөмтәһендә һәләк булған Донецк халыҡ республикаһы йәштәре иҫтәлегенә арнала.
Донбаста ғүмерҙәрен һуғыш өҙгән балаларҙы иҫкә алыу акциялары һәм саралары тотош ил буйынса уҙҙы. Хәтер акцияһына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Республиканың «Беренселәр» хәрәкәтенең әүҙем ағзалары ҡушылды. Башҡортостанда йәшәгән олоһо-кесеһе һәләк булғандарҙы хөрмәтләү өсөн берләште.
Хәтер сараһында ҡатнашыусы уҡыусылар аяныслы балалар яҙмышын сағылдырған аҡ караптар, тыныслыҡ һәм өмөт хәбәрселәре булған торналар эшләгән. Был символдар, йомшаҡ уйынсыҡтар һәм сәскәләр иң ауыр мәлдәрҙә лә балалар һуғыш ҡорбандары булмаҫҡа тейешлеге хаҡында иҫкәртте.