Был аҙнала баш ҡала үҙәгендә автомобиль хәрәкәте сикләнә

30 июлдә Пушкин һәм Совет урамдары өлөшләтә ябыла. Сикләү 13 сәғәт 30 минуттан 19 сәғәт 30 минутҡа тиклем ғәмәлдә була. 1-се августа ла ошо урамдарҙан ваҡытлыса автомобилдәр үтә алмай. Был көндө Өфө юридик институтын тамамлаған йәштәргә диплом тапшырыу тантанаһы үтә. Водителдәргә юл маршрутын алдан билдәләргә кәңәш ителә.