Ул Революция һәм Цюрупа урамдары киҫелешенә ҡуйылған. Район хакимиәте башлығы Олег Котов Телеграм каналында ошо турала белдергән. “Арт-объект баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп тора. Ул ҡалабыҙҙың матур һәм лайыҡлы биҙәгенә әйләнеренә ышанам”, - тигән Олег Котов.