Сентябрҙә “Театраль Волга буйы” округ фестиваленең төбәк этабы барышында һәүәҫкәр театрҙар фестивале үтә. Проект һәүәҫкәр коллективтар етәкселәренең һәм ҡатнашыусыларының профессиональ оҫталығын күтәреүгә йүнәлтелгән. Унда һәүәҫкәр театр коллективтары, пантомима театрҙары, агитация-художество театрҙары, театр-студиялар, әҙәби-поэтик театрҙар саҡырыла. Проект һайлап алыу һәм финал этабынан тора. Фестиваль тураһында ентекләберәк Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтында танышырға мөмкин.