Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәктән 54 ярҙам сараһы күрһәтелә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала, атап әйткәндә, мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү. Айырым иғтибар - өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙарға бүленә. Уларға һаулыҡтарын нығытыу, ҡайтанан уҡыу, күңелдәренә яҡын шөғөл табыу мөмкинлеген бирәбеҙ, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Муниципалитет башлыҡтарынан, республика власы органдары етәкселәренән махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләренә мөмкин тиклем яуаплы ҡарауҙарын, был эште тамға өсөн эшләмәүҙәрен һорайым. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ, тигән Башҡортостан башлығы.