Уҙған төндә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә үлемесле янғын теркәлгән

Уҙған төндә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә үлемесле янғын теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Маяковский урамындағы йорттарҙың береһендә фатир янған. Махсус хеҙмәттәр кешеләрҙе эвакуациялай һәм 4 квадрат метр майҙандағы асыҡ янғынды һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарылған 47 йәшлек ҡатын һәләк була. 69 йәштәге ир менән 57 йәшлек ҡатын һөрөм газы менән ағыуланған. Ваҡиға сәбәбен тәфтишселәр асыҡлай.

Салауат пассажирҙар автотранспорты предприятиеһы биләмәһендә автобус янған. ПАЗ-ға көтмәгәндә ут ҡаба. Янғын тураһында хәбәр ителгәндән һуң биш минут эсендә ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә. Асыҡ ут бер нисә минут эсендә һүндерелә. Зыян күреүселәр теркәлмәгән. Белгестәр янғын сәбәбен асыҡлай.