Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан хөкөм ителеүселәргә нисек ярҙам итергә? Мәсьәлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында тикшерелде. Кәңәшмәлә федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һәм пробация үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙың төп маҡсаты - хөкөм ителгәндәрҙе социаль яраҡлаштырыу, тергеҙеү өсөн үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары һәм башҡарма власть органдары араһында һөҙөмтәле эш механизмын төҙөү бурыстарын тикшерҙе.