Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре планға ярашлы бара. Биләмә урыны кәртәләнгән, төҙөлөш майҙансығына ауыр техника, ауыр массаны күтәрә алырлыҡ кран үтеп инерлек юл тулынса әҙер. Тиҙҙән һәйкәлде һүтеү эштәре башланасаҡ. Әлеге ваҡытта подрялсы ойошма вәкилдәре тротуар плитәләрен һүтеү менән мәшғүл.
Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе:»Реконструкция эштәренә борсолорға кәрәкмәй, ул профессионалдарға ышанып тапшырылған. Ҡануниәткә ярашлы, федераль әһәмиәттәге һәйкәл үҙгәрештәргә дусар ителмәйәсәк. Бөтә иғтибар юғалған пропорцияларҙы һәм элементтарҙы тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк», - тип билдәләне.