Илеш районының «көмөш» йәштәге туристары Баймаҡ районының иҫтәлекле урындары менән танышты

Илеш районының «көмөш» йәштәге туристары Баймаҡ районының иҫтәлекле урындары менән танышты. Был сәйәхәт туғанлашҡан ике райондың хеҙмәттәшлеген нығытыу мәҡсатында ойошторолдо.

Илеш менән Баймаҡ араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында барлыҡҡа килһә лә халыҡ бер -береһенең көнитмешен төптән өйрәнгәне булмай . «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы был етешһеҙлекте хәл итеү мөмкинлеге бирә. Илеш туристары Баймаҡ районының «Ирәндек» музей ҡурсаулығында археологик ҡомартҡылар, боронғо ҡәлғә ҡалдыҡтары менән танышты.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булып Илеш туристары һөнәри белем биреүҙең заманса алымдары, ауыл хужалығындағы алдынғы технологиялар менән танышты. Шунда уҡ Баймаҡ ирекмәндәре һәм өлкән йәштәгеләрҙең аралашыу үҙәге активистары менән дә осрашып тәжрибә уртаҡлашты.