Атайҙар улдары менән йүкә тәпән оҫталаған. Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы үҙенсәлекле сара ойошторҙо. Оҫталыҡ дәресе Белорет районы Ноҡат ауылында үтте.
Унда атайлы-уллы 15 команда ҡатнашты. Тәпән тәпәләү ҡатнашыусыларҙан айырыуса таһыллыҡ талап итә. Ауыр булһа ла балта һәм быраулау эше көн буйына һуҙыла. Ҡайһы бер конкустанттарға ағасты боҙоп, яңынан башларға тура килә. Атайҙар әйтеүенсә, ир-егеткә боронғо һөнәрҙе үҙләштереү, ағас эшен белеү зарур. Малайҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән тәпәндәрҙе әсәләренә бүләккә алған. Сөнки унда гөлйемеш, файҙалы үләндәр яҡшы һаҡлана. Әйткәндәй, «Ирҙәр ҡоро»ноң киләһе сараһы 9 августа Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйында уҙа. Бында балалар менән өмә һәм йүгереү эстафетаһы ҡаралған.