Мәләүез предприятиеһы продукцияһы лаборатор тикшеренеү үткән, барлыҡ санитар талаптарға яуап бирә, тип белдерәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан. Йыл башынан 234 тонна күркә ите Баҡыға ебәрелгән. Был продукцияны шулай уҡ Африка ҡитғаһынан Конго һәм Бенин дәүләттәре күпләп һатып ала.