Шишмә районында «Башҡортостан геройҙары» проекты сиктәрендә остаз көнө үтте. Илһөйәрлек сараһында ҡатнашыусылар әзерләгән остаздар презентацияһы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында уҙған уҡыу модулендә республика хөкүмәте ағзалары, ҙур предприятие етәкселәре һәм муниципаль власть органдары араһынан билдәләнгән остаздар сығыш яһаны. Улар программа уҡыуҙарында ҡатнашып , финалистар менән тәжрибә уртаҡлашты. «Башҡортостан геройҙары» программаһының маҡсаты төбәк өсөн көслө идарасы кадрҙар әҙерләү. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .
«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусыларҙың беренсе уҡыу модуле дауам итә . Мәғариф программаһында ҡатнашыусылар «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы биләмәһендә йәшәй һәм бай йөкмәткеле материал үҙләштерә . Программала ҡатнашыусы финалистарҙың береһе Рәмил Ибраһимов. Проект тамамланғас ул көс структураларында эшләргә теләге менән яна .
«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашырға теләүселәр иҫәбе буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урында. Илһөйәрлек проектына ике меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, тик финалға 70 кеше бер йыллыҡ мәғариф программаһында уҡыу өсөн һайлап алынған. Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» остаздарын әүҙем булырға саҡырҙы, ә финалистарға уңыштар һәм һөҙөмтәле эш теләне .
Бер нисә өлөштән торған уҡыу модулендә республика хөкүмәте ағзалары, ҙур предприятие етәкселәре һәм муниципаль власть органдары араһынан билдәләнгән остаздар сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе «Башҡортостан геройҙары» проекты финалисы киләсәге өсөн үҙ өлөшөн индерә .
«Башҡортостан геройҙары» проекты февралдән республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолдо . Илһөйәрлек проекты Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар дәүере» федераль проектының дауамы. «Башҡортостан геройҙары» программаһы еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ коммерция ойошмаларына эшкә урынлаштырыласаҡ.
Флорида Ким