Радий Хәбиров формаль булмаған берләшмә ағзалары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров формаль булмаған берләшмә ағзалары менән осрашты. Һөйләшеү «Арт-квадрат» йәмәғәт биләмәһендә үтте. Республика етәксеһе менән осрашыуға косплей, кейпоп, стрит-арт, скейтерҙар, роллерҙар, велосипедсылар, диджей клуб кеүек рәсми булмаған берләшмәләргә ҡараған йәштәр йыйылды.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҙен ғәҙәти булмаған һәм башҡаларҙан айырыла тип һанаған һәр йәш кеше, кәм тигәндә, ҡыйыу һәм талантлы. Һеҙ тормошта үҙ юлығыҙ менән бараһығыҙ, һәр күренешкә үҙ ҡарашығыҙ бар. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙе нимә ҡыҙыҡһындырыыуын, ниндәй ярҙам кәрәклеген белергә теләйбеҙ, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан башлығы рәсми булмаған берләшмә вәкилдәренә Өфөләге Көрәш һарайында йыйылырға һәм дөйөм ҙур сара үткәрергә тәҡдим итте.

Осрашыуҙа косплей һәм кейпоп субкультураһының рәсми булмаған лидерҙары Полина Людке һәм Самира Мирхәйҙәрова республикала уларҙың берләшмәләренең нисек үҫешеүе хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, төбәктә 5 меңдән ашыу йәш кеше косплей менән мауыға, кийпоп музыкаль стиле лә Башҡортостанда бик популяр йүнәлеш тип иҫәпләнә. Өфө музыканттары Артур Ғәниев һәм Артур Рәхмәтов фекеренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы ҙур музыкаль фестивалдәрҙе ҡабул итә ала. Радий Хәбиров йәштәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алырға. уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен барларға ҡушты. Республика етәксеһе йәштәрҙе дәүләт программаларында ҡатнашырға ла саҡырҙә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында үҙҙәренең хоббиһын килемле кәсепкә әйләндереүселәр бар. Мәҫәлән, Өфөнән Данис Төхвәтуллин менән Анастасия Радышевцева кейемдәр тегеп социаль селтәрҙәр аша һата. Данистың «өс шөрөп» маркаһы аҫтында тегеләгән кеймдәре 60-тан ашыу илгә оҙатыла, айлыҡ килеме 500 мең һумдан башлана.