Быуындарҙы берләштергән кәсеп. Белорет районында «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сараны тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар ата-бабалар шөғөлө - тәпән тәпәләү серҙәренә өйрәнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Аталы-уллы Заһитуллиндарҙың ҡурайҙа уйнаған башҡорт халыҡ көйө, хатта елгә лә ҡаршы торҙо. Быуаттар төпкөлөнән килгән моң, ғөмүмән, ата-бабаларыбыҙҙың изге аманатына һаҡсыллыҡ тойғоһон тәрбиәләй. Ә ул «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһының мөһим бурыстарының береһе. Бөгөнгө осрашыуҙа атайҙар улдарын йәнә бер боронғо кәсепкә өйрәтте.
Был юлы атайҙар улдары менән бергә тәпән эшләргә өйрәнде.Ул бал, май кеүек төрлө ҡуйы аҙыҡ-түлек һаҡлар өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһалған тәпәш һауыт. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уны көрәгә тип тә атайҙар.
Сара тап ошо маҡсатта ойошторола ла инде. Атай абруйы, уның бөгөнгө роле, атай менән ул араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыу төп бурыс. Был йәһәттән, бөгөнгө сара үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә кәрәк.
Заман технологиялары ныҡлы үҫешкән осорҙан бигерәк, дөйөмләштереү, глобалләштереү дәүерендә йәшәгән ерле халыҡ боронғо һәр үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға тырыша. Үҫеп килеүсе быуындарға еткерә.
Әйткәндәй, тәпән яһау буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар бер нисә айҙан һуң, ҡабат әйләнеп ҡайтаясаҡ. Сөнки, әлеге осрашыу эштең нигеҙе генә булды.
Сара сиктәрендә йола буйынса атайҙар улдары менән бергә тағы бер һыу сығанағын төҙөкләндерҙе. Был юлы өмә Белорет районының Манышты ауылында үтте. 1985 йылда ауылдың Яңы урамына күсеп ултырған йәштәр тарафынан тәртипкә килтерелгән булған, әммә ваҡыт үтеү менән тау ишелеп, шишмә юлын быуа.Ойошма ағзалары билдәләүенсә, бындай изге ғәмәлдәр һуңғыһы түгел.
Азат Ғәлиуллин