Йыл башынан алып Башҡортостан производстволарында 37 бәхетһеҙ осраҡ йәшереп маташылған

Йыл башынан алып Башҡортостан производстволарында 37 бәхетһеҙ осраҡ йәшереп маташылған. Уларҙың һәр береһе буйынса республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү ойошторған.

Бәхетһеҙ осраҡтар башлыса төҙөлөш, сәнәғәт, сауҙа һәм ауыл хужалығы өлкәһендә теркәлгән. Был турала «Производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙы йәшереү һәм рәсми булмаған мәшғүллек» темаһына арналған матбуғат-конференцияһында һүҙ барҙы.

Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина яуап бирҙе. Инспекция дауахана, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан алған мәғлүмәтте тикшерә, киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Бынан тыш, эш урындарында булған бәхетһеҙ осраҡтар тураһында зыян күреүселәр үҙҙәре, йәки уларҙың туғандары хәбәр итә. Ошо рәүешле быйыл ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙең 13-ө производствола алған йәрәхәттәрҙе тикшереү өсөн нигеҙ булып торған. Производстволағы бәхетһеҙ осраҡ йәшерелгән саҡта зыян күреүсе йәки уның ғаиләһе дәүләт ярҙам сараларына дәғүә итә алмай.

Тәүге ярты йыллыҡта производстволағы йәрәхәтләнеүҙе йәшереп маташылған 37 осраҡты тикшерҙек. Сағыштырып ҡарағанда, былтыр йәмғеһе 27 осраҡ теркәлгәйне. Был ведомство-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек күрһәткесе. Рәсми булмаған мәшғүллек буйынса ла проблемалар барлығын күрәбеҙ. Был мәсьәләгә ил президенты ла етдииғтибар бүлә.

Татьяна Астрелина, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе