Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн спорт фестивале ойошторола

 9 августа Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә  үткән “Үҙебеҙҙең спорт ғаиләһе»  сараһында  хәрбиҙәр, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары осраша. Турнир армрестлинг, пауэрлифтинг, пуля менән атыу, өҫтәл теннисы, уҡтан атыу буйынса ойошторола. Шулай уҡ махсус хәрби операция  яугирҙарының ғаиләләре “Күңелле старттар”ҙа ярыша. Фестиваль ҡунаҡтарын мәҙәни программа көтә, майҙансыҡта аниматорҙар, аквагрим эшләй, федерациялар үҙ спорт төрөн тәҡдим итә.