“Патриот” паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан байрам ойошторола

  Быйыл хәрби берләшмә 95 йыллығын билдәләй. Сара 2 августа була. Ойоштороусылар уны Ғаилә байрамы итеп уҙғара. Иртәнге сәғәт 9-ҙа һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары өсөн “Геройҙар уҙышы” старт ала. Сәғәт 11-ҙә оҫталыҡ дәрестәре башлана. Унда беләҙек үреп ҡарарға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә мөмкин. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт филиалы фонды һәм Махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе белгестәре халыҡ менән аралаша. Байрам сараһы барышында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы була.