Өфө уҡытыусыһы “Класс темаһы” телешоуының ярымфиналына сыҡты

Мәғариф министрлығы һәм “Рәсәй”  телеканалы яңы миҙгелгә ҡатнашыусыларҙы һайлап алды. Унда баш ҡаланың  “Яңы мәктәп” белем биреү үҙәгенең тарих уҡытыусыһы Юлиә Садиҡова ҡатнаша. Быйыл конкурсҡа педагогтарҙан 6720 ғариза килгән, тарих, география, физика, химия, биология, математика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашҡан. Уларға үҙ фәне буйынса тест үткән һәм видеовизитка әҙерләгән. Телешоу президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторола. Маҡсаты – уҡыусыларҙы дәртләндереү,  һәләтле  педагогтарҙы асыҡлау.