Ҡыйғыла юл һәләкәтенә тарыған туристар автобусы пассажирҙары страховкаланған

Шуға күрә улар аҡса алырға хоҡуҡлы, тип белдерәләр  Милли яуаплылыҡты страховкалаусылар союзынан.  Бының өсөн туристарға страховка компанияһына түләү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә һәм шәхесте раҫлаған документ, юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында белешмә, медицина учреждениеһынан йәрәхәттәр, диагноз һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ осорон күрһәткән документтарҙы, шулай уҡ банк иҫәбе реквизиттарын күрһәтергә кәрәк. Компенсация суммаһы алған йәрәхәттәргә бәйле. 27 июлдә Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы трассаһында туристар ултырған автобус  юл ситенә сығып осто.  26 пассажир йәрәхәт алды.