Башҡортостандан МХО ветерандары “Абилимпикс” чемпионатында ҡатнаша

  Артем Мөхәрәмов һәм Дмитрий Полубояринов  һөнәри оҫталыҡ буйынса беренселек финалына сыҡты, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров. “Артем “Станоктарҙа токарь эше”, Дмитрий “Ашнаҡсы эше” компетенцияларында сығыш яһаны. Ветерандар -  махсус хәрби операцияла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән һалдаттар. Артем ике тапҡыр “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған, “Ватан һаҡсылары” фонды филиалында социаль координатор булып эшләй. Дмитрий шулай уҡ әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Гуманитар ылау туплау буйынса ҙур эш башҡара. Егеттәрҙе уңыштары менән ҡотлайым. Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Рухи көсөгөҙ һәм башҡаларға өлгө күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт”,-тип яҙған Радий Хәбиров.  Яугирҙар араһында ойошторолған чемпионатта 400-ҙән ашыу кеше көс һынашты.