Газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереүселәрҙе нисек танырға? Янғын иҫкәртеү ҡорамалдары урынлаштырғанда нисек алданмаҫҡа? Курьерҙар һәм дропперҙарҙың барыһы ла намыҫлы хеҙмәткәрме? Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы «Көнкүреш мутлашыуы» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Унда граждандарҙы, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе мутлашыусыларҙан ҡурсалау, коммуналь хеҙмәттәр тип алдап йортҡа үтеп инеү осраҡтарын иҫкәртеү мәсьәләләре өйрәнелде. Хоҡуҡ һаҡсылары әйтеүенсә, күп фатирлы йорттарҙа профилактик саралар йыш үткәрелә, әммә мутлашыусылар ҙа алдашыу алымдарын көндән- көн камиллаштырып тора. Шуға күрә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, рәсми хеҙмәттәр менән осрашыуҙар уҙғарыу ҙа артыҡ түгел.