Хәйбулла районында өлкән участковый кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған

Аҡъяр ауылындағы йортта ут төндә сыға, ялҡын бар йортто ялмап ала. Был ваҡытта өйҙә хужабикә һәм инвалид бала була. Янғын сығыу тураһында райондың дежур часына хәбәр итәләр. Шул ваҡытта дежурҙа булған өлкән участковый Вадим Нурғәлин тиҙ генә ваҡиға урынына юллана. Ул янғын һүндереүселәр килгәнсе ишекте емереп инеп кешеләрҙе төтөн тулған бүлмәләрҙән алып сыға.