Башҡортостан вәкилдәре «Абилимпикс» чемпионаты финалына сыҡты

Башҡортостандың бер юлы ике вәкиле «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ буйынса беренсе чемпионаттың финалына сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ойошторолған сарала токарь оҫтаһы Артем Мөхәррәмов һәм ашнаҡсы Дмитрий Полубояринов үҙ компетенцияларында уңыш ҡаҙанды. Хәҙер яҡташтарыбыҙ октябрҙә чемпионат финалында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ветерандарҙың иңе артында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү, ауыр яралар. Артем ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, хәҙер «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалында социаль координатор булып эшләй, спорт менән шөғөлләнә, патриотик сараларҙа ҡатнаша. Дмитрий өйөнә ҡайтҡас та әүҙем тормош алып бара, гуманитар йөк формалаштырыуҙа ярҙам итә. Яҡташтарыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлайым! Республика һеҙҙең менән ысын күңелдән ғорурлана. Рух көсөгөҙ һәм башҡаларға өлгө күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.