Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы дауам итә

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ойошторолған акцияның төп маҡсаты - балаларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Мәрхәмәтлек сараһы республикалағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында ла үтте. Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына канцелярия тауарҙары тултырылған рюкзак тапшырҙы. Акцияға Өфө, Бөрйән һәм Саҡмағош райондарынан балалар саҡырылған, уларҙың барыһы ла быйыл беренсе синфыҡа бара.