Эшмәкәрлекте яҡшыртыу, күнекмәләрҙе күтәреү һәм ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәкселәренең семинар-кәңәшмәһендә күтәрелде. Республикала яҡынса 19 мең «шайморатовсы» иҫәпләнә. 2022 йылдан ирекмәндәр яугирҙарҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам сараларын ойоштора.
Эш кенә түгел, һүҙ менән дә хәстәрлек күрһәтергә тырыша. Махсус хәрби операция башланғандан алып мәҫәлән, республиканан Донбасҡа 20 мең тоннаға яҡын гуманитар йөк менән 156 автоколонна ебәрелгән. Тематик семинарҙа ҡатнашыусы Юғары партия мәктәбе филиалы лекторҙары һалым һәм банк өлкәләрендә ғәмәлдәге ҡануниәт тураһындағы көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды. Хәрәкәткә ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса тренинг үткәрҙе һәм социаль селтәрҙәрҙә шәхси брендты үҫтереү ысулдары менән бүлеште. Ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп эшләне, тәжрибә уртаҡлашты.