Мишкә районы башлығы итеп Лариса Александрова һайланды. Ул муниципалитет етәкләгән алтынсы гүзәл зат вәкиле. Район советы депутаттары ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, район башлығы итеп урындағы кеше һайланыуы яҡшы күренеш. Сөнки ул төбәккә хас барлыҡ проблемалар менән яҡшы таныш һәм халыҡтың йәшәйешен дә төптән белә. Лариса Геннадиевна тап шундай етәкселәрҙең береһе, тине Радий Хәбиров. Республика башлығының Мишкә районына эш сәфәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Район советы депутаттарының барыһы ла бер тауыштан Лариса Александрова өсөн тауыш бирҙе. Ябай мәктәп уҡытыусыһанан район башлығы урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үткән етәксенең конкурс һөҙөмтәләре ла юғары, халыҡтың да ышанысы ҙур. Яңы башлыҡ был ышанысты аҡларға һүҙ бирҙе.
Радий Хәбиров муниципалитет башлығы итеп райондағы проблемаларҙы төптән белгән кешенең һайланыуы яҡшы күренеш, тип билдәләне. Ә улар юҡ түгел. Республика етәксеһе борсоған мәсьәләләрҙе барлап Лариса Александроваға тәү сиратта иғтибар итергә ҡушты.
Юлдар, медицина һәм ауыл хужалығында кадрҙар етешмәүе. Радий Хәбиров был мәсьәләләрҙең хәл итееше менән ғәмәлдә танышты. Тәү сиратта ул үҙе үк вәғәҙә итеп төҙөлә башлаған мари полилингваль гимназияһын барып күрҙе. Республика башлығы ҡушыуы буйынса мәғариф учреждениеһына төкәтмә эшләргә ҡарар ителгәйне. Документтар, проект әҙер, әле финанслау мәсьәләһен хәл итергә генә ҡалған.
Мишкә аграр колледжы ла ошондай хәлдә. Йәғни, төҙөкләндереү башланған, хәҙер тулыһынса замансалаштырыу талап ителә. 1992 йылда барлыҡҡа килгән һөнәри белем биреү йорто әлеге ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй.
Колледжда өс йөҙ тирәһе студент белем ала. Радий Хәбиров уҡыу йортоноң мөмкинлектәре, балаларҙың йәшәү шарттары менән танышты. Ятаҡтар һөнәри белем биреү учреждениеларын төҙөкләндергәндә тәү сиратта яңыртылырға тейеш, тигәйне төбәк башлығы.
Радий Хәбиров үҙе билдәләп үткән медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһе менән дә яҡындан танышты. Мишкә үҙәк район дауаханаһы күптән түгел генә яңырыу кисергән. Поликлиника, башҡа корпустар рәткә килтерелгән. Хәҙерге талаптарға яраҡлаштырылып яңы бүлектәр ҙә барлыҡҡа килгән. Махсус хәорби операция ветерандарын бында айырым бүмәлә, айырым табиптар ҡабул итә.
Хәҙер дауахана етәкселеге ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын яңыртыу тураһында хыяллана. Сөнки районда тыуым апртыуы күҙәтелә. Яңы корпустар, заманса эш урындары барлыҡҡа килеүе белгестәргә ҡытлыҡты кәметер ине, тип иҫәпләй баш табип.
Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мотлаҡ төҙөләсәген белдерҙе. Бының өсөн федераль аҡсалар билдәләнгән. Республикаға иҫке бинаны һүтеп урын әҙерләргә генә ҡалған.
Республика башлығы мари халҡының изге сауҡалығын да барып күрҙе. Ислам, Христиан диненә табыныусыларҙан айырмалы, Мариҙарҙың изге урынында бер ниндәй ҙә ҡоролмалар булырға тейеш түгел.Улар хозур тәбиғәтле урындарҙы һайлап изге урындар ойоштора.
Эш сәфәре һуңында Радий Хәбиров урындағы кулибиндарға ла инде. Гараж эсендә генә оҫта ҡуллы егеттәр коммуналь техника йыйыуҙы яйға һалған. Бәләкәй генә тракторҙарҙы улар үҙҙәре уйлап сығарып төрлө деталдәрҙән йыя. Күп функциялы техника шәхси хужалыҡтарҙа, бәләкәй предприятиеларҙа ла уңышлы файҙаланыла.
Радий Хәбиров техника йыйыуҙы киңерәк йәйелдереү, уны коммуналь хеҙмәтләндереү, ауыл хужалығында ҡулланыу мөмкинлеген барларға ҡушты.
Айнур Кәбиров