Өфө ҡыҙы, билдәле йәш йырсы Гәлсәр Байғусҡарова Пятигорскиҙа үткән «Парус» фестиваль-конкурсында еңеү яуланы. Сара бөйөк рус классигы Михаил Лермонтовтың иҫтәлегенә арнала һәм шағирҙың исемен мәңгеләштереүҙе, ижадына яңы һулыш өрөүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл ижади конкурсҡа илдең ике тиҫтәнән ашыу төбәгенән 50-гә яҡын әҫәр килгән, романстарҙан фолк-операға, рэгги һәм эстрада йырҙарына тиклем. Конкурс-фестивалгә ҡабул ителгән эштәрҙе илдең күренекле сәнғәт әһелдәренән тупланған жюри баһалаған.
Фестиваль Сергей Безруков, Кирилл Зайцев, Евгений Южин һәм башҡа сәхнә йондоҙҙарҙы ҡатнашлығындағы гала-концерт менән тамамланған. Финалистарҙың композициялары менән музыкаль альбом донъя күрҙе. Иң яҡшы 8 йырҙы төп музыкаль платформаларҙа тыңларға мөмкин. Гәлсәр Байғусҡарова абруйлы конкурсҡа ике ижад емеше тәҡдим иткән. Яҡташыбыҙ башҡарыуындағы «Тулҡындар һәм кеше» композицияһы конкурстың төп призына лайыҡ булған. Ә «Минең дуҫым» әҫәре ойоштороу комитетының махсус призы менән баһаланған.