Юбилей датаһына арнап 2 августа республика район-ҡалаларында байрам программаһы, һәйкәл һәм обелисктарға сәскә һалыу, мәҙәни, спорт саралары үтә. Өфөлә сәскә һалыу тантаналары Еңеү һәм “Тулҡын” паркында була. Шишмә районындағы “Патриот” паркы-төп саралар урынына әүерелә.Унда “Батырҙар уҙышы”, “Первушин” аэродромының пилотаж төркөмдәре һәм парашютсылар сығышы планлаштырылған. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, Һауа-десант ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең ғорурлығы. Улар һәр ваҡыт рух ныҡлығы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.Байрам сараһы барышында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы була.