Динар Хафизуллин “Салауат Юлаев”тан китте

Хоккейсы Түбәнге Каманың “Нефтехимик” клубы менән килешеү төҙөнө. Һаҡсы Өфө команда өсөн ике йыл сығыш яһаны. Юлаевсылар составында уҙған миҙгелдә бронза миҙал яуланы, иң яҡшы мәргән һаҡсы  исеменә лайыҡ булды.