Газ тәьминәтенә бәйле мәсьәләләр. Өфөнөң Совет районыда урынлашҡан Октябрь проспектындағы 48-се йортта газ биреү туҡтатылған. Идарасы компания быны дөйөм йорттоң төтөн юлдарында герметика боҙолоуы менән аңлата. Торлаҡ хужалығы һәм подрядсы газ ойошмаһы һәр фатирҙан милекселәр иҫәбенә ремонт үткәрергә йыйына. Фатир хужалары ремонт торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ иҫәбенә башҡарылырға тейеш тигән фекерҙә. Яҡтарҙың низағын БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Октябрь проспекты 48 - се йорт адресы буйынса ҡыҙыл линияла йәшәүселәр фатирҙарында газ тәьминәте туҡтатылыуына босолоу белдерә. Улар йәшәгән йорт 1977 йылда төҙөлгән. Йылдар үткәс төтөн үткәреү юлдары герметикаһы боҙолған. Уны газ тәьминәтен тикшереүселәр сираттағы һынау ваҡытында асыҡлаған. Бында йәшәүселәргә һөрөм газы зыян килтермәһен, ғүмерҙәренә хәүеф янамаһын өсөн газ биреүҙе яуаплы хеҙмәттәр төтөн юлдарында ремонт тамамланғансы туҡтатырға ҡарар иткән.
Күпселек халыҡ төтөн һәм газ юлдары ремонты буйынса түләүҙәрҙә Динара Имамбаева фекерен яҡлай. Декрет ялында йәш бала бағыусы әсәйҙәр , һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләгән граждандар үҙ иҫәбенән 24 мең һум аҡса сығарыу кеҫәбеҙгә һуға, тип белдерә .
Подрядсы ойошма социаль яҡлауға мохтаж граждандарҙың ауыр матди хәлен аңлай. Шуға ла ремонт эштәре өсөн хаҡты артыҡ күтәрмәй, бары тик материалдар өсөн генә иҫәпләшеүҙе күҙ уңында тота.Шулай уҡ ремонт өсөн түләүҙәрҙе бер-нисә айға бүлеү ысулы ла хуплана.
Фатир хужалары торлаҡтарына ремонтсыларҙы тотҡарлыҡһыҙ үткәргәндә дүрт подьезлы йортта төтөн юлдарын ремонтлауға яҡынса айға яҡын ваҡыт китә ти, белгестәр.
Күп фатирлы йортта йәшәүселәр прокуратураға ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Өфөнөң Совест районы торлаҡ хужалығы идаралығында төтөн тартыу юлдарын хеҙмәтләндереү статьяһына инмәүен билдәләнеләр. Әммә уларҙың герметиклығы боҙолған осраҡта файҙаланыу тыйыла. Роспотребнадзорҙың төбәк мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда 184 кеше һөрөм газы менән ағыуланған, уларҙың 125-е вафат булған. Бындай аяныслы Фажиғәләргә юл ҡуймаҫ өсөн әлеге ваҡытта Өфөнөң Совет районында төтөн ҡыуышлығы булған 230 йорттоң 35-е ремонтланған. Ә йәшәүселәргә башҡарылған ремонт эштәренә түләү мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн подрядсы ойошма,торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ташламалар һәм кисектереү бирергә әҙер.
ГүзәлБорханова