Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылында ғәжәйеп күренеш

Мәсеттән ишетелгән аҙан тауышына ауыл малдары иман йорто алдына ашыға икән. Ә аҙан туҡтаһа, улар, ҙур эш башҡарғандай, таралыша. Ауыл халҡы был хәлгә аптырап ҡарай. Берәүҙәр уны тәбиғәт мөғжизәһе тип аңлатһа, икенселәр бында ниндәйҙер көс күрә. Әйткәндәй, әлеге күренеш төшөрөлгән видеояҙма интернетта ла киң таралған. Малдарҙың ҡылығы Иҫке Һәйет ауылы тарихында үҙенсәлекле яңы бит асты.