Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивале 7-9 августа Ишембай районында үтә. Әле ойоштороусылар сараға әҙерлек эштәре, репетициялар уҙғарыу менән мәшғүл.
Торатау итәгендә, асыҡ һауа аҫтында уҙасаҡ фестивалдең идея авторы, ойоштороусыһы данлыҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роберт Юлдашев. Сараның программаһы бик үҙенсәлекле, ҡатнашыусылар тәүге көндә урманға барып үҙ ҡулдары менән ҡурай ҡырҡып аласаҡ, ә кис усаҡ янында ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. 8 августа иһә сәхнәлә ҡурайҙа, балалайкала, думбырала, ҡыл-ҡубыҙҙа, башҡарылған аутентик музыка яңғыраясаҡ. Башҡорт һәм рус халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе башҡарыу ҡаралған. Шулай уҡ ҡурайҙа уйнау, башҡорт бейеүҙәре, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Көндө усаҡ янында аралашыу һәм дәртле ҡурай көйҙәренә бейеү- «Ритайым» тамамлай. 9 августа фестивалдә ҡатнашыусыларҙы гала-концерт көтә. Был көн Торатауҙа ҡояш ҡаршылауҙан, тыныслыҡ гимнын башҡарыуҙан башлана. Йәштәргә Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов ҡурай һәм оҙон көй буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Шулай уҡ Айгиз Зәйнетдинов традицион көрәш буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Концерт программаһына фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы номерҙары, Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән киләгән махсус ҡунаҡтарҙың сығышы индерелгән. Гала-концерттың кульминацияһы булып Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Ҡурайсы» этно-төркөмөнөң сығышы тора. Был фестивалде ойоштороу минең бала саҡ хыялым ине, ти Роберт Нәжип улы.