2017 йылдан республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында төбәктә 200-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Былтыр иң ҙур займдарҙың береһен Күмертау ҡалаһындағы «Ойлтиммаш» компанияһы алған. 940 миллион һум производствоны яңыртыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ предприятие эшмәкәрлеге киңәйтелә, яңы ҡорамалдар һатып алына. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Денис Рәхмәтуллин сәнәғәт өлкәһендә ун йылдан ашыу эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул тармаҡтың бар нескәлегенә төшөнгән. Оҫта республиканан ситкә сығып эшләүҙе түгел, үҙебеҙҙә ҡалыуҙы хуп күрә. Предприятиела ул тормош иптәше һәм яҡын туғандары менән төбәк сәнәғәтен бергәләп күтәрә.
Предприятие хеҙмәткәрҙәренең баҫҡан урындарынан осҡон сәсрәй. Бында иретеп- йәбештереү төрлө кимәлгә ҡоролған. Күп функциялы автомат ҡоролмаһында мәҫәлән,өс ысул ҡулланыла. Республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында һатып алынған станоктан хеҙмәткәрҙәр ҡәнәғәт. Сөнки, ул эште күпкә ябайлаштырған.
Роликлы иретеп -йәбештереү тәгәрмәстәре предприятиеның быйылғы яңылығы. Ҡоролма шулай уҡ Республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында һатып алынған. Нефть-газ йүнәлешендә махсуслашҡан компания, ғөмүмән, газлы һәм һыу ағыҙыу өсөн сепараторҙар, газ яғыулығын әҙерләү блогы, ҡом тотоу кеүек төрлө ҡоролмалар етештерә. Клиенттар араһында Ватан компаниялары, сит илдәрҙән заказдар ҙа бар.
Ә роботлаштырылған линия иһә тиҙлек һәм эш сифатын арттырыуға булышлыҡ иткән. Заводта йыл һайын етештереүсәнлек кимәлен арттырыу бурысы ҡуйыла. 2028 йылға тиклем мәҫәлән, ул өс тапҡырға тиклем үҫергә тейеш. Ошо маҡсатта компания Күмертау ҡалаһының элекке «Осҡон» заводы бинаһын үҙләштереү эшен башлаған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн фондтан 940 миллион һумлыҡ льготалы займ бүленә.
Шулай уҡ продукция сығарыу ҙа арта. Кластерҙар импортты алмаштырыу һәм иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итә. Әйткәндәй, былтыр республиканың сәнәғәт производствоһы индексы 105,5 процент тәшкил итеп, ил буйынса уртаса күрһәткесте үткән.
Азат Ғәлиуллин