«Һауалағы» рейд. Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы квадракоптер ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлай. Сираттағы рейд Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Һауа торошо осоу өсөн ҡулай. Квадрокоптерҙар күккә күтәрелә һәм шунда уҡ ҡағиҙә боҙоусыны асыҡлай. Рөхсәт ителмәгән урында ҡаршы һыҙатҡа сығыусы тураһында мәғлүмәт Дәүләт автоинспекцияһы экипажына ебәрелә.
Машинаны инспекторҙар туҡтатҡан арала коптерҙан төшөрөлгән видео ла килеп етә. Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн водителгә 7 мең ярым һумлыҡ штраф янай. Икенсегә ҡағиҙә боҙған осраҡта 4 айҙан 6 айға тиклем водитель таныҡлығы тартып алына.
Күләмле рейд Өфө менән Ҡырмыҫҡалы районы сигендә үтте. Бер ай элек был урында «Шевроле Нива» ҡаршыға килгән «Ситрак» йөк машинаһына бәрелә. Юл -транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителенең ғүмере өҙәлә, ә пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Йәмғеһе, йыл башынан алып республикала ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле 69 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 33 кеше һәләк булған, 97 кеше йәрәхәтләнгән.
Ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле аварияларҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактик саралар даими рәүештә үткәрелә. Бер нисә төр квадрокоптерҙар ҡулланыла. Улар төшөргән видео юғары сифатта һәм бер нисә киломерт юл участкаһын контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
Пилотһыҙ осоу аппараты башҡа төр ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын да теркәй. Рейд барышында водителдәргә ҡарата ... протокол төҙөлдө. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, заманса ысулдарҙы ҡулланыу ауыр юл-транспорт ваҡиғаларын кәметергә һәм юлдарҙағы хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Артабан квадрокоптерҙарҙы федераль трассаларҙа ҡулланыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова