Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә

Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә. Төбәк аграрийҙары 200 мең тонна бойҙай һуғып алған. Туймазы районы ауыл хужалығы эшсәндәре лә бойҙай уңышына ҡыуана. Яҡын арала улар борсаҡ , кукуруз, етен һуғыуға әҙерләнә . Район аграрийҙары барлығы 11 мең гектар майҙанда уңыш йыйып алырға ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Туймазы районы баҫыуҙарында эштең ҡыҙыу мәле . Аграрийҙар бер аҙна элек ужым бойҙайын һуға башлаған . 2200 гектар майҙандан йыйылған уңышты улар Шишмә элеваторына оҙата. Ауыл хужалығы эшсәндәре бойҙай уңышы менән ҡәнәғәт , улар гектарынан 44 центнер бойҙай һуғып ала . Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда. ике тапҡырға юғары .

Яҡын арала аграрийҙар борсаҡ, кукуруз, етен урып-йыйыуға төшәсәк. 11700 гектар майҙанды биләгән баҫыуҙарҙа урындағы эшсәндәр сөгөлдөр , рапс, көнбағыш, арпа, бойҙай культураларын сәскән.

Ураҡ кампанияһына йәштәр ҙә йәлеп ителә . Ҡырмыҫҡалы егете Ғилман Кәримов быйыл тәүге тапҡыр баҫыуға сыҡҡан. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты артабан да һайланған һөнәре буйынса эшлергә ниәтләй.

Башҡортостандың 30 төбәгендә урып -йыйыу эштәре бара . Стәрлетамаҡ , Бүздәк , Ҡырмыҫҡалы райондарында аграрийҙар гектарынан 56 центнерға тиклем уңыш алған. Республика ауыл хужалығы эшсәндәренең теләге бер - августа ла көндәр ҡоро һәм ҡояшлы тороп мул уңыш йыйыу .

Флорида Ким