Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе Ҡоролтайҙа тикшерелде

Туған телде өйрәнеү балалар баҡсаһынан башлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән ултырыш мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә арналды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында республика етәксеһе Радий Хәбиров балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеүгә иғтибарҙы арттырырға ҡушҡайны. Сөнки күп осраҡта тел ошо үҫеш этабында юғалып ҡала. Ғаиләлә башҡортса теле асылған бала мәктәпкәсә учреждениела русса һөйләшеүгә күсә һәм мәктәпкә йөрөй башлағас яңынан телде өйрәнергә тотона. Ҡоролтай ошо бушлыҡты булдырмау, телде өйрәнеү буйынса сылбырҙы өҙмәү яҡлы. Йәмәғәт ойошмаһында махсус комиссия ойошторолған, ул республика балалар баҡсалары буйлап осрашыуҙар ойошторған, методик яҡтан ярҙам күрһәткән. Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, ойошма ата-әсәләргә аңлатыу эштәре алып бара, балалар баҡсаларында телде өйрәнеү, милли төркөмдәр ойоштороу эшен контролдә тота.