Башҡортостанда белем усаҡтарындағы капиталь ремонт 15 авгусҡа тиклем тамамланасаҡ

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының капиталь ремонт программаһы буйынса мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре 15 авгусҡа тиклем тамамлана. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары белем усаҡтарында булып, проект үтәлеше менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Уҡыу йылы башланыуға бер ай ваҡыт ҡала. Уҡыусылар һәм студенттар каникулда ял иткән ваҡытта, республика мәғариф учреждениеларында күләмле ремонт эштәре бара. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты ла шулар иҫәбендә. Белем усағы 90 процентҡа әҙер тиерлек. Әле стеналар штукатурлана, тәҙрә- ишектәр алыштырыла, фасад йылытыла.

Мәғариф усаҡтарын яңы уҡыу йылына әҙерләү «Берҙәм Рәсәй» халыҡ программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфөнөң 18-се мәктәбендә мәҫәлән, ремонт эштәрен 15 авгусҡа тиклем тамамлау күҙаллана. Балалар баҡсаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында ла эш йылдам бара. Башҡортостан сәнәғәт етештереүе, монтаж һәм иретеп-йәбештереү колледжының ятағы иһә 40 йылдан ашыу ремонт күргәне булмаған.

Бында 35 йыл эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә колледждың ятағында бер нисә тапҡыр торбалар алмаштырылды, бәләкәй ремонт эштәре үткәрелде. Ә капиталь ремонтты көтөп алдыҡ. Аҡса колледжыбыҙ «Профессионалитет» программаһында еңеү яулаған өсөн бүленде.

Әйткәндәй, республиканың бөтә белем биреү учреждениеларында ла ремонт эштәре ваҡытында тамамланырға тейеш.

15 авгусҡа республиканың барлыҡ объектары әҙер булырға, эш ваҡытына тамамланырға тейеш. Иң мөһиме, балаларыбыҙ позитив кәйефтә, яҡты һәм йылы биналарҙа уҡыһын.

Руслан Насретдинов «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты

Федераль программаға ярашлы, капиталь ремонт эштәре төбәктәрҙә 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт арауығында ғына Башҡортостанда 45 районда 146 мәғариф учреждениеһы ремонтланған.

Айзилә Буранова