Башҡортостанда йәш педагогтарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Йәш педагогтар ауылға ҡайта. Республика программалары сиктәрендә ауылға эшкә урынлашҡан белгестәр һөнәрен камиллаштырып ҡына ҡалмай, йорт төҙөү өсөн миллион һумлыҡ финанс ярҙам ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы алтынсы йыл эшләй. Уға ярашлы, ауыл-ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация ҡаралған. Программала ҡатнашыуҙың үҙ шарттары бар. Белгес район учреждениеһында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Программала 50 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.

2020 йылдан тормошҡа ашырылған «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса 152 педагог ауыл-ҡасабаларға күсеп эш башлай. Улар берәр миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәшкән. Ә «Йәш уҡытыусылар өсөн йыллыҡ грант» программаһы сиктәрендә 6 йыл эсендә 700-гә яҡын белгескә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Әлиә Ғиләжетдинова, Башҡортостан мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе

Шулай ҙа, квалификациялы педагогик кадрҙар етешмәү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ауыл мәктәптәрендә математика, физика, рус теле, әҙәбиәт һәм сит телдәр уҡытыусылары талап ителә. Башланғыс класс уҡытыусыларына ла шулай уҡ ҡытлыҡ күҙәтелә.