Ауырғазы районында йәшәгән Юлиә Ханмырҙина шулай тип белдерҙе. Ул балалары менән һалдаттарға махсус беләҙек үрә. Бының өсөн парашютта ҡулланыла торған ныҡлы бау һайлана. Ул 200-250 килограмлыҡ йөктө күтәрә ала. Беләҙектәге бау яу яланынан йәрәхәтләнгән һалдаттарҙы алып сығырға ярҙам итә. Уны ҡанды туҡтатыу өсөн жгут булараҡ ҡулланырға мөмкин. “Экстремаль шарттарҙа беләҙекте өс-биш секундта һүтергә була”, - ти Юлиә Ханмырҙина. Ул алғы һыҙыҡҡа 150-нән ашыу беләҙек оҙатҡан.