«Ватан» һәм «Шурави» футбол командалары иптәштәрсә уйын үткәрҙе

«Ватан» һәм «Шурави» футбол командалары иптәштәрсә уйын үткәрҙе. Өфөнөң «Динамо» стадионында уҙған осрашыу Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналды. Майҙанға дәүләт власы органдары вәкилдәре, уларға ҡаршы элекке ҡанатлы пехота яугирҙары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар сыҡты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был матч Чечен, Афған һәм Сүриә һуғыштарында һәләк булған яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Көсөргәнешле осрашыу һөҙөмтәһендә «Шурави» футболсылары 4-3 иҫәбе менән еңеү яуланы.