Райондан ебәрелгән гуманитар ылауҙы хакимиәт башлығы Рөстәм Рахманғолов оҙатып барған. Стәрлебаш халҡы яҡташтарына радиоэлектрон көрәш саралары, маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым һәм шәхси посылкалар ебәргән. Кәрәк-яраҡтар Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә хәрби бурысын үтәгән һалдаттарға тәғәйенләнә.