Белоретта яңы булдырылған паркка Рәсәй Геройы Максим Рыбаков исеме бирелә

Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов ошо турала белдерҙе. Объект “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы төҙөлә. “Быйыл һуҡмаҡтар һәм баҫҡыстар һалына. Баҡса биләмәһенә урынлаштырыу өсөн хәрби частән Т-64 танкы килтерелде. Киләһе йылда балалар майҙансығы һәм башҡа урындар эшләнә” – тине Азат Хәкимов. Максим Рыбаков Сүриәлә хеҙмәт итә, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Парашют-десант батальоны командиры була. Ҡаһарманлыҡ ордены һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.