Йәнһүрәттең премьераһы 2 сентябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында була. Экранда тамашасылар Ишембай районы халҡын күрә ала. Күп кенә персонаждар – мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы артистарҙың образдары. Әле коллектив 3-сө серия өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙә.