Ул ауыр хәлдә реанимацияла ята. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Телеграм каналында ошо турала белдергән. Ҡыҙ 3-сө ҡаттан осоп төшкән. Ул Мәләүез үҙәк район дауаханаһына килтерелгән. Белгестәр кәрәкле тикшереүҙәр уҙғара. Бәләкәй пациент санитар авиация иҫәбенә ҡуйылған”, - тип яҙған министр. Быйыл республикала 20-нән ашыу бала тәҙрәнән ҡолаған.