Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Сәләмәтлек поездарының” август теҙмәһе менән таныштырҙы. Башҡортостанда “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Был айҙа күсмә медицина бригадалары 18 районда эшләй. Белгестәр бөгөнгә тиклем 214 ауылда булған, 120 мең кешене ҡабул иткән. Онкология сирҙәре, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары асыҡланған пациенттар артабан тикшерелеү өсөн дауаханаларға ебәрелгән.