Өфөнән Силәбегә "Ҡарлуғас" йөрөй башланы

Бөгөн Өфөнән Силәбегә “Ҡарлуғас” электр поезының беренсе рейсы юлға сыҡты. Ул Дим станцияһынан ҡуҙғалды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев ҡатнашты.

Радий Хәбиров:

Вячеслав Дмитриев республика һәм Силәбе өлкәһе халҡын ҡотланы. Башҡортостан башлығына рәхмәт белдерҙе.

Вячеслав Дмитриев:

“Ҡарлуғас” Дим станцияһынан йома, шәмбе һәм йәкшәмбе йөрөй. Силәбе станцияһынан шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбе ҡуҙғала. Дим-Силәбе поезына юл хаҡы 1 мең 751 һум була. 1 сенятбрҙән 15 июнгә тиклем уҡыусылар һәм көндөҙгө бүлектә белем алған студенттар өсөн 50 процент ташлама ҡарала. Уларға 875 һум 50 тин түләргә тура килә. “Ҡарлуғас” Өфө һәм Силәбене тоташтырған беренсе төбәк-ара маршрут.