Бөгөн Өфөнән Силәбегә тәүге электропоезд юлға сыҡты. Юғары тиҙлекле тимер юл транспорты Дим биҫтәһендә асылған яңы вокзалдан ҡуҙғалды. Ул аҙнаһына өс тапҡыр йөрөйәсәк. Яңы ҡала-ара маршрутҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев старт бирҙе. Тарихи ваҡиға тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Вадим Школьный машинист булып 12 йыл эшләй, тимер юлы буйлап илдең төрлө төбәктәрен урап сыҡҡан. Әммә бөгөн тулҡынланыуын йәшермәй. Яңы электропоезда яңы маршрутҡа юлланыу иҫтәлекле ваҡиға. «Ҡарлуғас» та машинистар өсөн дә, пассажирҙарға ла бар уңайлыҡтар ҡаралған, ти ул.
Башҡортостан буйлап 80-гә яҡын ҡала-яны поезы йөрөй. Уларҙың күбеһе яңы, заманса тимер юл транспорты. Һуңғы йылдарҙа төбәк-ара маршруттар ҙа үҙләштерелә. Юғары тиҙлекле дизель, электр поездары республиканы күрше төбәктәр менән дә бәйләй. Яңы йүнәлештәр асыу менән бер рәттән инфрастурктарны яҡшыртыу эше лә бара. Дим станцияһында яңы вокзал да эшләй башланы.
Белгестәр әйтеүенсә, тимер юлы транспортына ихтыяж ҙур. Ул иң уңайлы һәм хәүефһеҙ хәрәкәтләнеү сараһы тип һанала. Уҙған йылда ғына «Ҡарлуғас»тар 2 миллиондан ашыу пассажирҙы йөрөткән.
Пассажирҙар яңы маршруттың өҫтөнлөктәрен юғары баһалай. Тиҙ, уңайлы һәм арзан.
Тәүге рейс пассажирҙары араһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячелав Дмитриев та бар. Радий Фәрит улы яңы йүнәлештәр асыуға, студенттар, уҡыусылар өсөн ташламалар яһауға иғтибарҙы йүнәлтергә ҡушты.
Киләсәктә Һамар, Магнитогорск йүнәлешендә яңы рейстар асыу планлаштырыла. Ә Өфө-Силәбе маршрутында пассажирҙар һаны йыл аҙағына тиклем 200 меңгә етергә тейеш.
Рәмзиә Кәримова